Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2019, 16:05

Иҫәптән аҡса алмаһа, тимәк үлгәндәр...

Артем Мазов менән уның ике улының юҡлығына бөгөн унынсы тәүлек китте. Ир ҡатыны менән талашҡандан һуң балаларын ғаилә автомобиленә ултыртып сығып китә лә, ғәйеп була.

Артем Мазов менән уның ике улының юҡлығына бөгөн унынсы тәүлек китте. Ир ҡатыны менән талашҡандан һуң балаларын ғаилә автомобиленә ултыртып сығып китә лә, ғәйеп була. Һуңғараҡ машина Инорс биҫтәһендә табыла. Шулай уҡ Ҡариҙел буйынан Мазовтарҙың өрөп тултырмалы резина матрасы ла килеп сыға. Бынан тыш, юҡ булыр алдынан ул бау ҙа һатып алған, тиҙәр.

Бөгөн ғаиләне эҙләү дауам итә. Был эштә полиция, тәфтишселәр, Росгвардия хеҙмәткәрҙәре, водолаздар, ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр ҡатнаша. Айырыуса ҙур көс водолаздарға төшә, бөгөнгө көнгә ҡарата улар 47 мең квадрат метр майҙанда һыу төбөн тикшергән.

Ҡайҙа булған Мазовтар? Фараздар күп. Оптимистар уларҙы берәй алыҫ туғанында йәшенеп ята тип уйлаһа, пессимистар иң ҡурҡынысын күҙаллай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәр үткән һайын уларҙың был донъяла юҡлығына ышаныусылар арта бара...

Әле бөгөн билдәле булыуынса, хоҡуҡ һаҡсылары төрлө учреждение һәм банктарға һорау ебәргән. Был Артем юғалғаны бирле картаһынан аҡса алғанмы юҡмы икәнлеген белеү өсөн эшләнә. Тәфтишселәр белдереүенсә, әгәр аҡса алынһа, улар иҫән, юҡ икән, үле булыуҙары ихтималлығы бермә-бер артасаҡ. Әлегә яуап юҡ. Көтәйек...
Читайте нас: