Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2019, 17:10

“Интерактив башҡорт” залында ниҙәр бар?

Бөгөн ВДНХ-Экспо күргәҙмәләр комплексында Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны эш башланы. Унда илебеҙҙең ҡырҡ төбәгенән 170 экспонат менән танышырға мөмкин.

Бөгөн ВДНХ-Экспо күргәҙмәләр комплексында Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны эш башланы. Унда илебеҙҙең ҡырҡ төбәгенән 170 экспонат менән танышырға мөмкин.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сентябрь Указында мәғариф тармағына айырым урын бүленгән, республикабыҙҙа “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

– Республикабыҙҙа мәктәпкәсә йәштәге балаларға түңәрәктәргә йөрөү өсөн сертификат тапшырыла, балалар технопаркы эшләй, һанлы мәғариф үҙәге бар, – тине Фәнүр Мөхәррәм улы. – Улай ғына ла түгел, балаларҙың бөтәһенә лә төплө белем алыу өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Бөгөнгө сара тәжрибә уртаҡлашыу урыны, киләсәктә уның яңы ҡаҙаныштарға этәргес бирәсәгенә ышанам.

Халыҡ-ара белем салоны бер нисә өлөшкә бүленгән. Айырыуса “Интерактив башҡорт” тигән залда олоһо ла, кесеһе лә күп ине. Бай күргәҙмә эшләй, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттары, колледждары, мәктәптәре һәм балалар баҡсаһының эше менән танышырға мөмкин.
Сара 9 ноябрҙә тамамлана.
Читайте нас: