Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2019, 17:20

Программаның ярҙамы һиҙелә

Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы ярҙамында Мәсетле районы Ҡорғат ауылында ауыл советы бинаһының ҡоймаһы алмаштырылды. Проекттың суммаһы – 317 мең һум, шул иҫәптән 217 мең һум - республика, 35 мең һум – район бюджетынан күсерелгән. Ҡалғаны ауыл халҡы, спонсорҙар ярҙамы.

Эштәрҙе башҡарыуҙа Рәис Әхкәмов, Данис Шакиров, Айҙар Искәндәров, Рәис Йоносов, Сәғит Саяров, Хәмзә Шәрәфутдинов, Ринат Шәкирйәнов, Рәмил Акмалов, Владик Рәхмәтуллаев, Илгиз Байсарин ҙур ярҙам күрһәтте.
Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә дүрт йыл эсендә шул уҡ программа сиктәрендә Көршәле һәм Аҙанғол ауылы юлдары төҙөкләндерелде, мәктәптә яңы тәҙрәләр ҡуйылды. Быйыл иһә мишәрҙәр мәктәп ҡоймаһын алмаштырыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты.
Проект сиктәрендә 258 метр оҙонлоғондағы ҡойма алмаштырылды, быға 388 мең һум талап ителде. Республика бюджетынан - 256 мең һум, урындағы бюджеттан – 48 мең һум бүленде. Урындағы халыҡ һәм спонсорҙарҙан 84 мең һум аҡса йыйылды, “Йондоҙ” ЯСЙ-һы ҙур ярҙам күрһәтеүен билдәләп үтер кәрәк. Эштәрҙе подрядсы “Шәхси эшҡыуар Ғәлләмов И.Р.” башҡарҙы.
Читайте нас: