Эйлестан
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2019, 07:07

Путин 11 генералды эштән бушатты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарынан, Тәфтиш комитетынан бер нисә хеҙмәткәрҙе вазифаһынан бушатты. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарынан, Тәфтиш комитетынан бер нисә хеҙмәткәрҙе вазифаһынан бушатты.
Атап әйткәндә, Эске эштәр министрлығының баш инспекторы полиция генерал-майоры Ефрем Романов, Ҡарасәй-Черкес Республикаһы буйынса эске эштәр министры полиция генерал-майоры Игорь Трифонов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Төмән өлкәһе буйынса идаралығы башлығы полиция генерал-майоры Юрий Алтынов, шулай уҡ Тәфтиш комитетының Баш тәфтиш идаралығындағы дүртенсе тәфтиш идаралығы етәксеһе юстиция генерал-лейтенанты Руслан Ибиев эшенән китте.
Бынан тыш, Президент Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм субъекттарҙың башҡарма власть органдары менән үҙ-ара эшмәкәрлекте көйләү буйынса баш идаралыҡ начальнигының беренсе урынбаҫары Александр Мельниковты вазифаһынан бушатты. Мәғлүм булыуынса, Мельниковты күптән түгел генә 100 миллион һумды туҙҙырыуҙа ғәйепләп, ҡулға алғайнылар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Мәскәү буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары генерал-майор Сергей Журавлев, Көстәрҙең әҙерлеге һәм махсус янғын һағы департаменты директоры Максим Максименко, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Киров өлкәһе буйынса Баш идаралығы начальнигы генерал-майор Михаил Лихачев, Көстәрҙең әҙерлеге һәм махсус янғын һағы департаменты директоры урынбаҫары Владимир Дежкин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ҡырым Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Александр Еремеев, ошо уҡ министрлыҡтың Мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә идаралығы начальнигы генерал-майор Сергей Власов вазифаһынан мәхрүм ҡалды.
Читайте нас: