Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ноябрь 2019, 11:10

Экологик грамоталыҡ аҙнаһы

Экологик грамоталыҡ аҙнаһы“Экология” милли проектына ярашлы 5-8 ноябрҙә республикала “Экологик грамоталыҡ аҙнаһы” үтә. Акция балаларға экологик тәрбиә һәм белем биреү системаһын үҫтереүгә, уҡыусыларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Экология” милли проектына ярашлы 5-8 ноябрҙә республикала “Экологик грамоталыҡ аҙнаһы” үтә. Акция балаларға экологик тәрбиә һәм белем биреү системаһын үҫтереүгә, уҡыусыларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Сараны БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы муниципаль берекмәләр, Республика балалар экологик-биологик үҙәге менән берлектә ойошторҙо. Был көндәрҙә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүгә, сүп-сарҙы айырым йыйыуға арналған тематик дәрестәр һәм кластан тыш саралар уҙа.
Әйткәндәй, милли проект бурыстарына ярашлы, республикала санкцияланмаған һигеҙ ҡыйлыҡты бөтөрөү ҡаралған. Әле уларҙың алтыһында ошо эште башлау өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына аҡса бүленгән.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
Читайте нас: