Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ноябрь 2019, 16:55

Компенсацияға документтар ҡабул итеү башлана

11 ноябрҙән торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификат алыуға документтар ҡабул итеү башлана. Дәүләт ярҙамына кемдәр хоҡуҡлы?

11 ноябрҙән торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификат алыуға документтар ҡабул итеү башлана. Дәүләт ярҙамына кемдәр хоҡуҡлы?
Август башында Башҡортостан етәксеһе “Граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына йорттарға газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында”ғы указға ҡул ҡуйҙы. Йортон тәбиғи газға тоташтырғанда дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы граждандарҙың льготалы категориялары:
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
- Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары;
- инвалидтар;
- инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр;
- күп балалы ғаиләләр.
Өйгә газ үткәргән өсөн компенсация Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән, үрҙә әйтелгән категорияларға ҡараған Рәсәй граждандарына тапшырыла. Уларҙың шәхси йорто йәки милек хоҡуғында өлөшө булырға тейеш.
Сертификаттың хаҡы 60 мең һум тәшкил итә. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өсөн сертификаттың хаҡы 100 мең һумға тиң.
Торлаҡҡа газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы ғариза биреүселәр ҙә (әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булһа) ошондай 100 мең һумлыҡ сертификат алырға мөмкин.
Республикала шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу программаһы дүрт йыл ғәмәлдә була. Ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 664 миллион һум бүлеү күҙаллана, шуның 64 миллионы – 2019 йылда һәм артабан йыл һайын 200 миллион һум.
Документтар Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында һәм күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә ҡабул ителә.
Читайте нас: