Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2019, 12:00

10 йәшлек көмөшкә һатыусы

Каникул барған саҡта атай-әсәй кис кенә түгел, ә үҙҙәре эшкә киткәс, көндөҙ ҙә көмөшкә һатыуҙы ойоштормаҡсы булған, күрәһең. Ә бала, шелтә алмаҫ өсөн, ғәзиздәренең ҡушҡанын үтәргә тырышҡан.

Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Көйөргәҙе районында өйҙән көмөшкә һатыуҙы асыҡлаған.
Улар бер йортҡа рейд менән килгәс, ун йәшлек уҡыусының көмөшкә һатыуын күреп шаҡ ҡата. Баланың аңлатыуынса, шайтан һыуын һатырға ата-әсәһе ҡушҡан. Имеш, каникулында буш ятмаһын, ә аҡса һуҡһын тигәндәрҙер.
Каникул барған саҡта атай-әсәй кис кенә түгел, ә үҙҙәре эшкә киткәс, көндөҙ ҙә көмөшкә һатыуҙы ойоштормаҡсы булған, күрәһең. Ә бала, шелтә алмаҫ өсөн, ғәзиздәренең ҡушҡанын үтәргә тырышҡан.
Ир менән ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған.
Читайте нас: