Республика синоптиктары мәғлүмәте буйынса, ял көндәрендә республикала һиҙелерлек һыуыта.
Шәмбе бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы фаразлана. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ, ҡар өйөмдәре. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – 0-дән 5 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ – минус 2-нән плюс 3 градусҡа тиклем.
Йәкшәмбе яуым-төшөмһөҙ, юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән йомшаҡ.
Һауа температураһы төндә — минус 1-ҙән 6 градусҡа тиклем, аяҙытҡанда 10-15 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ йылыраҡ – минус 4-тән плюс 1 градусҡа тиклем.