Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2019, 18:10

Үҙе төрмәлә, йәйәүле - ҡәберҙә...

Башҡортостандың Юғары суды Мәсетле районындағы ваҡытлыса тотоу изоляторының 50 йәшлек элекке начальнигына ҡарата сығарылған хөкөм ҡарарын ҡабаттан тикшереп, язаны көсәйткән. Асыҡланыуынса, ул автомобиль руленә эскән килеш ултырып, юл-транспорт ваҡиғаһына тарый һәм бер кешене тапата. Был хәл 2018 йылдың декабрендә теркәлә.

Хоҡуҡ һаҡсыһы, законды боҙоп, иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандан һуң, Suzuki Grand Vitara автомобилендә күрше ауылға юл ала. Әммә юл ситенән китеп барған бер кешене төкөй. Йәйәүле шул урында һәләк була.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған, уны юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен эскән килеш боҙғаны өсөн ике йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итәләр. Әммә прокурор хөкөм ҡарарын үтә лә еңел тип һанай, шуға ла кире ҡаға. Башҡортостан Юғары суды ла дәүләт ғәйепләүсеһенең фекере менән килешә.
Һөҙөмтәлә хөкөм ҡарары ҡабаттан сығарыла. Хәҙер ғәйепләнеүсе колония-поселениела ике йыл ярым ғүмерен үткәрәсәк. Бынан тыш, ошо уҡ срокҡа уға автомобиль йөрөтөү ҙә тыйыла.
Читайте нас: