Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2019, 17:00

Фликер ғүмерҙе һаҡлай

Фликер (яҡтылыҡ ҡайтартҡыс) – йәйәүлеләрҙе алыҫтан күрһәткән ялтырауыҡ билдә генә түгел. Ул кешене иғтибарлы булырға өндәй. Ҡара төҫтәрҙәге кейем кейгән йәйәүлеләр ҡараңғы ваҡытта, насар һауа шарттарында бөтөнләй күренмәй тиерлек.

Балалар кейемдәре етештереүселәрҙең күбеһе уларҙың матур һәм уңайлы булыуы тураһында ғына түгел, ә йәйәүленең хәүефһеҙлеге тураһында ла уйлап, яҡтылыҡ ҡайтартҡыс элементтар - курткаларҙа һүрәттәр, төрлө һыҙаттар ҡуллана. Кейем һайлағанда тап шундай моделдәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йәки фликерҙарҙы үҙеңә һатып алып, сумкаға, курткаға, санаға, коляскаларға, велосипедтарға йәбештерергә кәрәк, тигән кәңәш бирә белгестәр. Сөнки тап яҡтылыҡ ҡайтартҡыс элементтарҙы ҡулланыу ҡараңғыла йәйәүлеләрҙең транспорттан тапалыу хәүефен 6,5 тапҡырға кәметә!
Читайте нас: