Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында булған хәл. Ирле-ҡатынлы икәү урындағы хакимиәт менән 20 етемгә йорт һалыуға килешеү төҙөй.
Етемдәргә бара тип, улар йортто арлы-бирле генә төҙөй. Бының өсөн район хакимиәте 18 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Эшҡыуарҙар һалған йорт йәшәүгә хәүеф тыуҙырһа ла, уны файҙаланыуға тапшырыуға өлгәшәләр. Тик уларҙың мутлығы тиҙ фашлана.
Әлбиттә, бында уларҙың район етәкселеге менән бергә мутлашҡаны көн кеүек асыҡ. Әле был эште тәфтишселәр тикшерә. Төҙөүселәрҙең ғәйебе асыҡланһа, уларҙы 12 йылға рәшәткә артына "ял итергә" оҙатыуҙары ихтимал. Район етәкселәренә ҡарата ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.