Эйлестан
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2019, 07:43

Владимир Путин ҡаҙаҡтар өсөн ҡыуана

Владимир Путин Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты. #ВладимирПутин

Владимир Путин Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты.
Был сара ике дәүләттең бөтә яҡлап мөнәсәбәтен нығытыуға арналды. Рәсәйҙең 85 субъектының 76-һы Ҡаҙағстан өлкәләре менән хеҙмәттәшлек итә, иҡтисадтың төрлө өлкәһендә 400-ҙән ашыу ике яҡлы килешеү төҙөлгән.
Владимир Путин белдереүенсә, бындай форум тәүге тапҡыр 2003 йылда үткән булған.
Ҡаҙағстан – беҙҙең иң ышаныслы партнерҙарҙың береһе. Тауар әйләнеше күләме лә арта. Рәсәй – ул республика иҡтисадына иң күп инвестиция һалыусынан һанала.
Президент Ҡасим-Жомарт Тоҡаев әйтеүенсә, Ҡаҙағстанда бөгөн 6800 тирәһе Рәсәй предприятиеһы уңышлы эшләй. 3200 уртаҡ компания бар.
Читайте нас: