Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2019, 13:35

Халыҡ кейеме фестиваль-конкурсы

8 ноябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда республика кимәлендәге "Гөлистан" халыҡ кейеме фестиваль-конкурсы үтте. Сарала 250-нән ашыу кеше ҡатнашты. Сарала Мәсетле һәм Балаҡатай районынан яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашты.

8 ноябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда республика кимәлендәге "Гөлистан" халыҡ кейеме фестиваль-конкурсы үтте. Сарала 250-нән ашыу кеше ҡатнашты.

Башҡортостандың Өфө, Сибай ҡалалары, Учалы, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Баймаҡ, Балаҡатай, Мәсетле, Бөрйән, Тәтешле, Балтас, Бишбүләк, Иглин, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Дүртөйлө райондарының, Силәбе өлкәһенең оҫталары төрлө милли кейем өлгөләрен күрһәтте.

«Талир-тәңкә» номинацияһында Гран-приҙы Сибайҙан Асия Ғәйнуллина етәкләгән Халыҡ сәсәндәр мәктәбе яуланы.

"Сәхнә" номинацияһында Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы һәм Тәтешле райондары коллективтары лауреат исемен алды.

"Ҡотлау" номинацияһында ӨДНТУ кейем тегеү технологияһы кафедраһының коллекцияһы еңде.
Читайте нас: