Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2019, 13:10

Пенсионерҙарға ташламалы путевка

13 ноябрҙән Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм һәм инвалидтарға туристик путевканы өлөшләтә ҡаплау өсөн сертификаттар тапшыра башлаясаҡтар.

13 ноябрҙән Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм һәм инвалидтарға туристик путевканы өлөшләтә ҡаплау өсөн сертификаттар тапшыра башлаясаҡтар. Юлламаларҙы субсидиялау Башҡортостанда туризмды үҫтереү дәүләт программаһына ярашлы башҡарыла.
Сертификаттар Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында, шулай уҡ теркәлеү урыны буйынса “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә тапшырыла.
Эксперт советы тарафынан Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы маршруттары буйынса инвалидтарға һәм пенсионерҙарға 131 социаль тур һайлап алынған. Йыл аҙағына тиклем республиканан 1530 кешене 12,8 млн һумлыҡ юлламалар менән тәьмин итеү планлаштырыла.
Читайте нас: