Дыуан районы Өлкөндө ауылында “Сәк-сәк байрамы” конкурсы үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауылдаштарына сара тураһында иғлан иткәс, ҡатнашырға теләк белдереүселәр ҙә табылды!
Мили тәм-томдо әҙерләү серҙәрен белгән хужабикәләрҙең күп булмауын билдәләп үтер кәрәк.
Был оҫталыҡ һәр кемгә бирелмәй, нескәлектәрен белер кәрәк,- ти ауыл мәҙәниәт йорто директоры Л.З. Носратуллина.
Белеүселәр оҫталыҡтары менән бүлешә – байрам шуның өсөнойошторолған да инде. Конкурс шарттары буйынса, ҡатнашыусылар өйҙә сәк-сәк бешереп килтергән.
Тамашасылар баллы “тауҙар” менән һоҡланғансы, алып барыусы татлы ризыҡтың тарихына байҡау яһаны. Элекке заманда сәк-сәкте затлы нәҫелдәр генә әҙерләгән, уныһы ла байрамдарҙа ғына. Бик ҡиммәтле, бешереүҙә ҙур оҫталыҡ талап иткән ризыҡ һаналған.
Баһалама ағзалары (тамашасыларҙан һайланған) иң яҡшыларҙы билдәләне. Ризыҡтың тәме һәм сифаты, биҙәлеше, ижади ҡараш иҫәпкә алынды. Бөтәһе биш хужабикә үҙ сәк-сәксәген тәҡдим итте, әҙерләү серҙәре менән бүлеште. З. Р. Нәсибуллина, Г.С. Вәлиева, М.А. Ғайсина, М.Р. Сәйфуллина, В.Х. Оморҙаҡова төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Тәмле сәк-сәге менән тирә-яҡта дан тотоусы ауылдың баш оҫтабикәһе Ф.Г. Әбделғәниева оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Артабан туҡмас киҫеү буйынса конкурс ойошторолдо. Г.С. Вәлиева, З.Р. Нәсибуллина, Д.И. Мөхтиәрова үҙ оҫталығын күрһәтте. Конкурста тәжрибәле хужабикәләрҙән тыш йәштәр ҙә ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Туҡмас киҫеп аш бешереү – үҙе бер сәнғәт!
Һәр татар ҡыҙы белә: ҡамыр ни тиклем йоҡараҡ йәйелә, туҡмаҫ шул тиклем матурыраҡ килеп сыға. Ҡайсандың яҡшы килен туҡмасты матур итеп киҫергә тейеш булған. Ике килен араһынан йоҡараҡ туҡмас киҫкәнен һайлап алыр булғандар. Үәт, әй!
Конкурстан һуң хужабикәләр тамашасыларҙы туҡмаслы аш менән һыйланы, сәй табынына сәк-сәк ултыртылды.
Фото мәҙәниәт йорто архивынан.