"Еңеү урамы" проекты киләһе йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналасаҡ һәм "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса башҡарыласаҡ.
Планға ярашлы Өфөлә Краснодон һәм Матвей Пинский урамдары төҙөкләндереләсәк. Киләһе йылда Подводник Родионов урамына яҡтыртыу фонарҙары ҡуйыласаҡ, Генерал Горбатов, Ветошников, Новоженов урамдары ремонтланасаҡ.
Стәрлетамаҡта Олег Кошевой, Аркадий Гайдар, Пантелькин урамдары, Суханов юл сатын, Ишембайҙа – Жуков һәм Зорге урамдарын төҙөкләндереү ҡаралған.
Дөйөм алғанда, республикала төҙөкләндереү талап ителгән Бөйөк Ватан һуғышы һәм Еңеү көнөнә арналған урамдар, проспекттар һәм майҙандарҙы ремонтлау башланды.