Роспотребсоюз беҙҙе йәнә кухняны нисек таҙа тоторға, һауыт-һабаны нисек йыуырға өйрәтә. Һеҙ һауыт-һаба йыуғыстарын (шул иҫәптән губканы ла) йыш алмаштыраһығыҙмы?
Ведомство белгестәренең әйтеүенсә, халыҡ әлегә тиклем тәрилкә-ҡалаҡтарын йыуа белмәй, ҡасандыр һатып алған йыуғыстары менән ай буйы бысраҡ һауыттарын ышҡый ҙа ышҡый. Уларҙы мотлаҡ аҙнаһына бер тапҡыр алмаштырығыҙ, тип кәңәш итә таҙалыҡ һағында тороусылар.
“Йыуғыс - бактериялар өсөн бына тигән инкубатор, уның һеҙҙең унитазығыҙҙан 200 тапҡырға бысрағыраҡ булыуы ихтимал", - тип хафаға һала Роспотребнадзор. Дәлилдәр дөрөҫкә оҡшай. Киттек аш-һыу бүлмәһенә, тәртип урынлаштырырға...