Декрет ялындағы әсәләр мәшғүллек хеҙмәттәре иҫәбенә квалификацияһын күтәрергә йәки яңы һөнәр алырға мөмкин. Бының өсөн республика бюджетынан өҫтәмә аҡса бүләләр.
“Демография” милли проект сиктәрендә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам күрһәтеү – өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу» тураһында Хөкүмәт ҡарары проекты әҙерләгән.
Документҡа ярашлы, өс йәшкә тиклемге балаһы булған хеҙмәткәрҙәрҙе яңынан уҡытҡан өсөн эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә компенсация бирелә. Эш биреүсе уҡытыуҙы үҙе ойоштора һәм курстар өсөн аҡса түләй. Уҡытыу күп тигәндә 6 ай дауам итеүе мөмкин, ә республика уға был сығымдарҙы ҡаплай.