Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ноябрь 2019, 17:00

Иҫерткес эсемлектәрҙе ҡайҙа күберәк ҡулланалар?

Донъяның эскесе илдәрен барлағандар. Рәсәй - халҡы иң күп эскән ун ил араһында. Беҙ әлегә етенсе урында торабыҙ.

Донъяның эскесе илдәрен барлағандар. Рәсәй - халҡы иң күп эскән ун ил араһында. Беҙ әлегә етенсе урында торабыҙ.
"Айыҡ Рәсәй" йәмәғәт ойошмаһы лидеры Солтан Хамзаев белдереүенсә, рейтингты төҙөгәндә контрафакт алкоголь тураһында мәғлүмәтте алмағандар. Ысын күрһәткестәр күпкә юғары.
Әлеге исемлектә беренсе урында - Литва. Унда йылына йән башына 12,3 литр иҫерткес тура килә. Артынан - Австрия (11,8 л) менән Франция (11,7 л). Уларҙан һуң Чехия (11,6 л), Люксембург (11,3 л), Латвия менән Ирландия (11,2 л). Беҙҙең менән типә-тиң Венгрия (11,1 л) тора.

Әйткәндәй
Рейтингта әҙ эсеүселәр ҙә бар. Иң айығы - Индонезия. Унда йылына бер кешегә 0,3 л алкоголь эселә. Төркиәлә - 1,4 л, Израилдә - 2,6 л. Һиндостан менән Коста-Рикала ла бигүк эсмәйҙәр. Исмаһам, шуларға тиңләшһәксе...
Читайте нас: