11- 22 ноябрҙә республикала “Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр, хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй акцияһының 2-се этабы уҙа. Профилактик сара сиктәрендә “ҡыҙыу линия”ға шылтыратырға мөмкин.
Наркопритондарҙың ҡайҙа урынлашыуы, наркотиктар әҙерләү, һаҡлау һәм улар менән сауҙа итеү факттарын 8-800-7000-183 телефоны буйынса хәбәр итергә мөмкин. “Ышаныс телефоны” тәүлек әйләнәһенә эшләй.
19 ноябрҙә 10.00-12.00 сәғәттәрҙә наркотикка бәйлелекте дауалау һәм башҡа һорауҙар буйынса “ҡыҙыу линия” эшләйәсәк. 8(347) 273-09-00 телефонына шылтыратып Һаулыҡ һаҡлау, Эске эштәр министрлығы белгестәренән, педагог-психологтарҙан консультация алырға мөмкин. Конфиденциаллек гарантиялана.