Хәҙер Әләгәҙ ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһын техника менән тәьмин итеү мәсьәләһе сиселде. Техника бик уңайлы,янғын һүндереү машинаһын тулыһынса алыштыра ала. Янғын сыҡҡан осраҡта уны тракторға тағып эш итергә мөмкин. Тағылма ауыл хужалығы, етештереү объекттарында, тораҡ йорттарҙа янғын һүндереү өсөн ҡулланыла. Конструкция махсус һурҙырғыс, ут һүндерә торған багор, көрәк һәм башҡа менән ҡоролған. Бынан тыш техниканы ауыл хужалығы һәм парк культураларына һыу һибеү, объекттарға санитар эшкәртеү башҡарыу өсөн һәм башҡа көндәлек эштәрҙә ҡулланырға мөмкин.