Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2019, 12:20

Ветеранға – 100 йәш!

Ҡыйғы районы Ләүйылға ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеянов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Ул данлы яу һәм хеҙмәт юлы үткән.

Ҡыйғы районы Ләүйылға ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеянов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Ул данлы яу һәм хеҙмәт юлы үткән.
Иван Николаевич Байкал аръяғы фронты берләшмәләре составында Японияға ҡаршы һуғышта, тарихта билдәле Маньчжурия операцияһында ҡатнашҡан.
100 йәшен билдәләгән ветеран әле лә әүҙем тормош алып бара. Матбуғат баҫмаларын уҡый, мәктәптә үткән осрашыуҙарҙа теләп ҡатнаша, балалар менән аралашыуҙан йәм таба. Ветерандың көн режимында көн һайын мотлаҡ йәйәү йөрөү “пункты” бар.
Иван Николаевичҡа ил Президенты Владимир Путин һәм оборона министры Сергей Шойгу ҡотлау сәләме ебәргән. Ҡыйғының хөрмәтле шәхесенә район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, уның урынбаҫары Айҙар Ғәйфуллин, хәрби комиссар Николай Скурихин, ветерандар советы рәйесе Дания Ибәтуллина ҡотлау һүҙҙәрен еткереп иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
З. Ғәлләмова.
Ҡыйғы районы.
Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: