Яңы йыл, Май байрамдарында һигеҙәр көн ял итәсәкбеҙ.
“2020 йылда ял көндәре түбәндәгесә була: 4 ғинуар шәмбе көнөн – дүшәмбеләге 4 майға; 5 ғинуарҙағы йәкшәмбене – шишәмбеләге 5 майға күсерергә”, – тиелә документта.
Шулай итеп, 2020 йылда былайраҡ ял итәсәкбеҙ: 2020 йылдың 1 ғинуарынан – 8 ғинуарға тиклем – Яңы йыл һәм Раштуа байрамдары; 22, 23, 24 февралдә – Ватанды һаҡлаусылар көнө; 7, 8, 9 мартта – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө; 1, 2, 3, 4, 5 майҙа – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы; 9, 10, 11 майҙа – Еңеү байрамы; 12,13, 14 июндә – Рәсәй көнө; 4 ноябрҙә – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.