Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь 2019, 15:00

Декрет аҡсаһы арта

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 322 мең һумға тиклем арта. 2019 йылда ул 301 мең һумдан ашыу тәшкил итте, тип яҙа ТАСС Социаль страховкалау фондына һылтанма менән.

«140 көнлөк йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 2020 йылдың 1 ғинуарынан 322 190,40 һум була», — тип һөйләнеләр фондта.
Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның максималь күләме 26 мең һум урынына (2019 йылда) 28 мең һумға тиклем арта.
Пособиены иҫәпләү өсөн уҙған ике йылдың хеҙмәт хаҡы алына, ләкин сикке базанан юғары түгел. 2018 һәм 2019 йылда фондҡа страховка аҡсаһын иҫәпләү өсөн сикке базалар 815 мең һәм 865 мең һум тәшкил итә. Был йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларҙың максималь күләмен, шулай уҡ баланы тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиены арттырырға мөмкинлек бирә.
Бынан тыш, киләһе йылдан бер көнлөк ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеның максималь күләме 2150,68 һумдан 2301,36 һумға тиклем күтәрелә.
Читайте нас: