21 ноябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәҙәниәт өлкәһендәге һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарының гала-концерты һәм художество эштәре күргәҙмәһе була. Сәхнәлә “Таланттар гөлләмәһе” IV республика фестиваль-конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары сығыш яһаясаҡ.
“Таланттар гөлләмәһе” фестиваль-конкурсы Башҡортостандың 100 йыллығына арнап быйыл үткәрелде, мәҙәниәт өлкәһендәге махсус белем биреү учреждениелары студенттары араһында талантлыларҙы табыу һәм үҫтереүгә, төбәктең киң мәҙәни тормошона йәлеп итеүгә йүнәлтелде.
Гала-концертта шулай уҡ балалар, йәштәр араһында үткәрелгән башҡа ижади сараларҙың еңеүселәре лә ҡатнашасаҡ.
Республиканың 100 йыллығына арналған сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль һәм төбәк проекттарына ярашлы уҙғарыла. Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, уның Мәғариф буйынса уҡыу-методика үҙәге.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.