Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь 2019, 19:10

Малаяҙҙа Эҙләү-ҡотҡарыу отряды асылды

Бөгөн Малаяҙ ауылында Эҙләү-ҡотҡарыу отряды асылды. Яңы отряд төньяҡ-көнсығыш төбәге халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.

Малаяҙҙа Эҙләү-ҡотҡарыу отряды асылды
Бөгөн Малаяҙ ауылында Эҙләү-ҡотҡарыу отряды асылды. Яңы отряд төньяҡ-көнсығыш төбәге халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, хәҙер ҡотҡарыусыларҙың юл-транспорт ваҡиғаһында ярҙам күрһәтергә килеү ваҡыты күпкә ҡыҫҡара. Отряд урынлашҡан урын ҙур һыу объекттарында – Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйлап һалда йөҙгәндә бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү өсөн дә уңайлы. Өҫтәүенә ул республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә асылырға тейешле яңы туристик-рекреацион кластерҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә ала.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте составындағы иҫәп буйынса етенсе зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды. Унан алда ойошторолған алты отряд Өфөлә, Белоретта, Дүртөйлөлә, Күмертауҙа, Сибайҙа, Туймазыла урынлашҡан.
Малаяҙҙағы яңы отряд яҡташыбыҙ полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов исемен йөрөтәсәк.

З. Ширяева.

Салауат районы.

Фото: Салауат районы хакимиәте сайтынан.

Читайте нас: