Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь 2019, 16:40

Башҡортостанда аталыҡ капиталы булдырылыуы ихтимал

Йәмәғәт палатаһы халыҡ фекерен белешкән. Унда ҡатнашыусыларҙың күбеһе аталыҡ капиталын торлаҡ йәки автомобиль алыу, балаларҙы уҡытыу өсөн ҡулланасағы тураһында белдергән.

Уны ғаиләлә өсөнсө бала тыуғанда тапшырыу күҙаллана. Йыл аҙағына тиклем ошондай матди ярҙам индереү мәсьәләһе буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәреү ҡарала. Аталыҡ капиталы әсәләргә тапшырылған капиталды тулыландыра. Ата-әсәнең рәсми никахта тороуы, ә балаларҙың бер ғаиләлә тәрбиәләнеүе шарт.
Ғаиләләргә ярҙам булһа, тыуым артыр ине, тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов.
Йәмәғәт палатаһы халыҡ фекерен белешкән. Унда ҡатнашыусыларҙың күбеһе аталыҡ капиталын торлаҡ йәки автомобиль алыу, балаларҙы уҡытыу өсөн ҡулланасағы тураһында белдергән. Ғаиләләрҙең яртыһынан күбеһе илдә федераль аталыҡ капиталы индерелеүен хуплауы хаҡында әйткән.
Читайте нас: