Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь 2019, 12:15

Республикала киҙеү тарала

Республика Роспотребнадзорында киҙеүҙең таралыуына фараз бирҙеләр. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 мең 376 сирле теркәлгән. Был күрһәткес эпидемик сиктән түбәнерәк, һәм ул арта бара.

Республика Роспотребнадзорында киҙеүҙең таралыуына фараз бирҙеләр. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 мең 376 сирле теркәлгән. Был күрһәткес эпидемик сиктән түбәнерәк, һәм ул арта бара.
Ведомство белгестәре айырыуса вакцина эшләтергә кәрәклегенә иғтибар итте. Быйылғы миҙгелдә Башҡортостан халҡының 45 процентына прививка яһау күҙаллана, улар араһында 418 мең бала, 1,3 миллион өлкән кеше һәм ике мең йөклө ҡатын-ҡыҙ бар.
8 ноябргә республикала йәшәүселәрҙең 30 процентына, шул иҫәптән прививкаларҙың милли календары сиктәрендә 1 миллион 127 мең кешегә прививка яһалған. 75 меңдән ашыуы үҙ аҡсаһына прививка эшләткән.
Роспотребнадзорҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева һүҙҙәренсә, сирҙең көсәйеүен йылдың тәүге декадаһында, ғинуарҙан мартҡа тиклем көтөргә кәрәк.
Роспотребнадзорҙа ауырыуҙың тәүге билдәләре беленеү менән медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәләр, сөнки киҙеү өҙлөгөүгә килтереүе мөмкин. Уҙған йылда йөклө ҡатын өҙлөгөп вафат булған. Ул сирләй башлағандың унынсы көнөнә генә табиптарға мөрәжәғәт иткән, шуға уны ҡотҡарып булмаған.
http://www.bashinform.ru/bash/1378757/
Читайте нас: