Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь 2019, 16:20

«Йәшлек шоу» фестивале тамамланды

«Йәшлек шоу» фестивале тамамландыӨфөлә XXVII «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестивале тамамланды. Быйыл конкурс яңы форматта «Продюсерҙар алышы» исеме менән үтте. Фестивалдең йомғаҡлау этабы бик сағыу булды. Сәхнәләге һәр номер бәләкәй бер шоуға әүерелде. Ҡатнашыусылар араһында яҡташыбыҙ Заһир Зәйнетдиновтың «ZAINETDIN» этно-шоу проекты ла бар.

«Йәшлек шоу» фестивале тамамланды
Өфөлә XXVII «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестивале тамамланды. Быйыл конкурс яңы форматта «Продюсерҙар алышы» исеме менән үтте. Фестивалдең йомғаҡлау этабы бик сағыу булды. Сәхнәләге һәр номер бәләкәй бер шоуға әүерелде. Ҡатнашыусыларҙың үҙ номерҙарын шымартыу өсөн ике аҙна ваҡыты бар ине. Быйыл һәр башҡарыусының остазы булды. Конкурсанттар менән Таһир Әсәҙулллин, Илнур Рамазанов, Ринат Рамазанов, «Girza music» продюсер үҙәге, Айгөл Үтәгәнова, Фәрүәз Рафиҡов эшләне.
Проекттың төп бүләге – Гран-приҙы Өфө күп профилле һөнәри колледжының 19 йәшлек студенты Хәйҙәр Ибраһимов алды. Еңеүсегә «Ҡурай» телеканалынан клип төшөрөү өсөн сертификат тапшырылды. Башҡарыусының остазы – Илнур Рамазанов. Белорет ҡалаһынан Илнар Ғәниев беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт университеты студенты «Юлдаш» радиоһында йыр яҙҙырыу һәм яңғыратыу өсөн сертификат бирелде. Икенсе урын – Өфөнән 22 йәшлек Илүзә Иҙрисовала. Ул да «Юлдаш +» йәштәр интернет радиоһынан йыр яңғыратыуға сертификат менән бүләкләнде. Өсөнсө дәрәжә лауреат дипломы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Индира Сибәғәтуллинаға (Благовар районы) һәм иң йәш ҡатнашыусы, 16 йәшлек Тимур Сөләймәновҡа тапшырылды. Улар Республика халыҡ ижады үҙәгендә йыр яҙҙыра ала.
Артистар төрлө номинацияларҙа дипломдарға һәм иҫтәлекле статуэткаларға ла лайыҡ булды. «Йыл йырсыһы» — Ләйсән Ғәлимова, Йәмил Баймырҙин. Иң шәп йыр өсөн Алтынай Вәлитов бүләкләнде. 2019 йылда «Башҡорт сәй эсә!» композицияһы ысын хитҡа әүерелде, әле лә үҙенең популярлығын юғалтмай. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө «Йыл төркөмө» номинацияһында билдәләнде. «ZAINETDIN» этно-шоу проекты «Йыл шоу-проекты» номинацияһында иң яҡшыһы булды. «Йыл асышы» — «Вилли», «Өмөт» — Бишбармаҡ, «Йыл клибы» — «Ҡорот» йыры өсөн «Rena Rnt».
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Ҡурай ТВ» телеканалы.
В Уфе Гран-при фестиваля «Йэшлек-шоу» завоевал студент колледжа Хайдар Ибрагимов
В Уфе завершился XXVII Республиканский молодежный фестиваль «Йэшлек шоу». В этом году конкурс прошел перезагрузку и состоялся в новом формате под кодовым названием «Битва продюсеров». Заключительный этап фестиваля стал красочным и интригующим. Каждый номер на сцене был превращен в маленькое шоу. У участников было две недели на то, чтобы отрепетировать свои номера. В этом году у каждого исполнителя был свой наставник. С конкурсантами работали Тагир Асадуллин, Ильнур Рамазанов, Ринат Рамазанов, продюсерский центр «Girza music», Айгуль Утяганова, Фаруаз Рафиков.
Главный приз проекта — Гран-при получил 19-летний студент Уфимского многопрофильного профессионального колледжа Хайдар Ибрагимов. Победителю был вручен сертификат на съемку клипа от телеканала «Курай». Наставник исполнителя — Ильнур Рамазанов. Лауреатом первой степени стал Ильнар Ганиев (г. Белорецк). Студенту БашГУ был вручен сертификат на запись и ротацию песни на радио «Юлдаш». Второе место получила 22-летняя Илюза Идрисова из Уфы. Она также получила сертификат на ротацию песни от молодежного интернет радио «Юлдаш +». Диплом лауреата третьей степени был вручён студентке БГПУ им. М. Акмуллы Индире Сибагатуллиной (Благоварский район) и самому юному участнику 16-летнему Тимуру Сулейманову. Они смогут записать песню в студии РЦНТ. Дипломов и памятных статуэток удостоились также артисты в разных номинациях. Певицей года стала Ляйсан Галимова, певец года — Ямиль Баймурзин. Награду за лучшую песню получил Алтынай Валитов. В 2019 году композиция «Башкорт сэй эсэ!» стала настоящим хитом, и до сих пор не теряет своих позиций. Этно-рок группа «Аргымак» была отмечена в номинации группа года. В номинации «Шоу-проект года» лучшим стал этно-шоу проект «ZAINETDIN». Открытие года — «Вилли», «Надежда» — Бишбармак, клип года — «Rena Rnt», RODY Dillion за песню «Корот».
Организаторы проекта – Министерство культуры Республики Башкортостан, Республиканский центр народного творчества, телеканал «Курай ТВ».
Читайте нас в