Aurus элиталы һәм юғары класлы автомобилдәргә ҡарай. Улар иҫәбенә, седандан тыш, “Сенат-лимузин”, “Арсенал” минивэны, шулай уҡ әлегә атамаһыҙ кабриолет инә. Киләсәктә бындай автомобилдәр төркөмө мотоцикл һәм кроссовер менән тулыланасаҡ. Әйткәндәй, бындай машиналарҙың береһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин йөрөй. Быйыл 9 майҙа Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанындағы парадта ошондай маркалы кабриолеттар ҡатнашты.