Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь 2019, 12:05

Башҡорт КВН-ы дуҫтарын йыя

Иртәгә,19 ноябрҙә, Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Башҡорт асыҡ КВН лигаһының ярымфинал уйыны уҙа.

Иртәгә,19 ноябрҙә, Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Башҡорт асыҡ КВН лигаһының ярымфинал уйыны уҙа.
Башҡортостандың дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт асыҡ КВН лигаһы «Төньяҡ-көнсығыш», «Көньяҡ», «Урал аръяғы» һәм «Төньяҡ-Көнбайыш» лигалары форматында саралар уҙғара. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындары системаһында миҙгел өс конкурс этабынан тора: зона фестивале, ярымфинал уйындары, финал уйындары.
16 һәм 19 ноябрҙә Сибайҙа һәм Мәсәғүттә «Урал аръяғы» лигаһында ярымфинал уйыны була.
Беренсе ярымфинал уйыны 16 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тә Сибайҙа Балалар ижады үҙәгендә уҙғарыла.
Икенсе ярымфинал уйыны 19 ноябрҙә Мәсәғүттә район мәҙәниәт йортонда була. Сәғәт 4-тә башлана.
Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындары системаһы эшмәкәрлегенең маҡсаты – уйын формаһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа туған телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу. Сара республика башлығы гранты аҡсаһына уҙғарыла.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Бәйләнештәге төркөмдә алырға мөмкин.
Читайте нас: