Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған ауылы Арҡауылда Шиғриәт үҙәге төҙөләсәк. Өфөлә “Йөрәк һүҙе” телевизион бәйгеһенең финалында “Рәми” шиғриәт үҙәгенең презентацияһы күрһәтелде.
Үҙәктең проектын талантлы йәш архитектор Рөстәм Әлибаев етәкселегендәге “Архтамға” эксперт-проект бюроһы эшләгән. Бина үҙенсәлекле архитектура ҡоролмаһын хәтерләтә. Фасадҡа шағирҙың һүрәте төшөрөлһә, ишек алдында уның “Туған тел” шиғыры ҡаршы аласаҡ. Эстә киң панорамалы зал булһа, икенсе ҡат үтә күренмәле витражлы тәҙрәләрҙән торасаҡ.
Шиғриәт үҙәге төрлө тематик саралар үткәреүгә тәғәйенләнә. Шиғриәт кисәләре, конференциялар уҙғарыу өсөн икенсе ҡатта айырым зал ҡаралған. Бина эсендә китапхананың уҡыу залы, кафе ла буласаҡ. Асыҡ һауала ҙур саралар үткәреү өсөн бинаның ҡыйығында амфитеатр ҙа эшләү күҙаллана.