Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь 2019, 16:45

Ҡыш бабайға хат яҙ

Бөгөн Ҡыш бабай тыуған көнөн билдәләй. Был көндө осраҡлы һайламағандар, сөнки тап 18 ноябрҙә тылсым эйәһенең тыуған ере Бөйөк Устюгта сатлама һыуыҡтар башлана. Башҡортостанда йәшәүсе балалар Ҡыш бабайҙы тыуған көнө менән ҡотлауға ҡушыла һәм уға уға хат яҙа ала.

Бөгөн Ҡыш бабай тыуған көнөн билдәләй. Был көндө осраҡлы һайламағандар, сөнки тап 18 ноябрҙә тылсым эйәһенең тыуған ере Бөйөк Устюгта сатлама һыуыҡтар башлана. Башҡортостанда йәшәүселәр Ҡыш бабайҙы тыуған көнө менән ҡотлауға ҡушыла һәм уға уға хат яҙа ала.
Ҡотлауҙарҙы 25 ноябргә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, «Ҡыш бабайға» а/й адресына йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Конкурста 3-15 йәшлек балаларҙы ҡатнашырға саҡыралар. Проект шарттарына ярашлы, бүләк һорап яҙған хаттар ҡаралмай. Конкурста 2019 йыл буйына башҡарылған изге эштәр тураһында ғына хаттар ҡатнаша. Шулай уҡ йәшкә ҡарап (3-6, 7-10 и 11-15 йәш) тылсым эйәһе биргән эштәрҙе үтәргә кәрәк.
«Ҡыш бабайға хат» балалар проекты тураһында положение менән бында танышырға мөмкин.
Конкурс еңеүселәре — социаль әһәмиәтле эштәр авторҙары — Өфөгә Ҡыш бабайҙың Раштыуа шыршыһына саҡырыу менән бүләкләнә. Байрам 2020 йылдың ғинуарында, уҡыусыларҙың каникул ваҡытында уҙғарыла.
Читайте нас: