Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2019, 19:15

“Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы”

Башҡортостанда Яңы йыл алдынан «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсы башлана. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса конкурста ҡатнашыусылар 500 мең һумлыҡ бүләк алыу өсөн ярышасаҡ.

Башҡортостанда Яңы йыл алдынан «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсы башлана. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса конкурста ҡатнашыусылар 500 мең һумлыҡ бүләк алыу өсөн ярышасаҡ.
Конкурс 10 декабрҙән ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре араһында ойошторола.
Комиссия байрам ҡаласыҡтарының биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияларҙы, яңы йыл шыршыһының байрамса биҙәлешен, скульптура композицияларын, боҙ һындарҙы, әкиәт персонаждарын, ҡар тауҙарын баһалай.
Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 19 ғинуарына тиклем яһала.
Иң яҡшы яңы йыл ҡаласыҡтары урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәренә аҡсалата премия тапшырыла: беренсе урын — 500 мең, икенсе урын — 200 мең, өсөнсө урын — 150 мең һум. Бүләк фонды муниципаль берәмекте төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.
Читайте нас: