Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2019, 16:10

Радий Хәбиров Яңы йылды байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Республика башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан Республикаһында Яңы 2020 йылды байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Байрам сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланды.

Республика башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан Республикаһында Яңы 2020 йылды байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Байрам сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланды.
Документҡа ярашлы, республиканың төп шыршы байрамы 20 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Унда уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестиваль лауреаттары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырыла. Улар өсөн Өфөлә өс көнлөк ял ойошторола. Байрамда ҡатнашҡандарға Яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ.
Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә, профсоюз һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларына мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, тораҡ пункттар майҙандарында карнавалдар, театрлаштырылған тамашалар һәм Яңы йылды байрам итеүгә арналған башҡа төрлө саралар үткәреү кәңәш ителде.
18 йәшкәсә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙәге 14 йәшкә тиклемге балаларға бүләктәр һатып алына. Һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтелә.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Яңы 2020 йылға арналған символика һәм баҫма продукция әҙерләй, матбуғатта Яңы йыл байрамы сараларын киң яҡтыртыуҙы ойоштора.
Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы район-ҡалалар араһында Яңы йыл байрамы һәм каникул осоронда халыҡтың ял итеү урындарын иң яҡшы ойоштороуға конкурс уҙғара. Бөтә урындарҙа ла йәмәғәт тәртибе, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек тәьмин ителергә тейеш.
Указды үтәү буйынса сығымдар бюджет һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә үҙҙәренең һәм йәлеп ителгән саралар иҫәбенә балалар йорттарында һәм интернаттарҙа тәрбиәләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға бүләктәр тапшырып, Яңы йыл шыршылары уҙғарырға тәҡдим ителде.
Читайте нас: