Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2019, 12:20

Шаяндар Мәсәғүттә йыйылды

Башҡортостандың дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт асыҡ КВН лигаһы «Төньяҡ-көнсығыш», «Көньяҡ», «Урал аръяғы» һәм «Төньяҡ-Көнбайыш» лигалары форматында саралар уҙғара.

Башҡортостандың дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт Юниор КВН лигаһы «Төньяҡ-көнсығыш», «Көньяҡ», «Урал аръяғы» һәм «Төньяҡ-Көнбайыш» лигалары форматында саралар уҙғара. Башҡорт Юниор КВН лигаһы уйындары системаһында миҙгел өс конкурс этабынан тора: зона фестивале, ярымфинал уйындары, финал уйындары.
Сарала барлығы 8 команда ҡатнашты. Төбәк кубогына Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан “Замана балалары”, Яуыш ауылынан “Әйлеләр” командалары, Дыуан районы Республика лицей-интернатынан “Төнъяҡ амурҙары”, гимназиянан “Әсе борос”, Арый ауылынан “Арый туҡталышы” командалары, Салауат районы Лағыр ауылынан “Бер юл”, Арҡауыл ауылынан "4G” командалары, Ҡариҙел районынан “Ялҡын” командалары дәғүә итте.
Читайте нас: