Иртәгәнән водителдәр өсөн медицина белешмәһенең хаҡы ун тапҡырға ҡиммәтләнә.
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, 22 ноябрҙән Рәсәйҙә 731-се бойороҡ көсөнә инә. Унда водитель таныҡлығы алырға теләгәндәрҙең барыһы ла наркотиктарҙың 10 төрөнә (хәҙер 4) анализ тапшырырға тейеш тиелгән.
Әле нарколог һығымтаһын 500-700 һумға алырға мөмкин булһа, бойороҡ үҙ көсөнә ингәндән һуң 5-7 мең һум торасаҡ.
Шуға күрә ошо көндәрҙә республикала, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы кеүек үк, водителдәр элекке хаҡ менән белешмә алыу өсөн наркологка сиратҡа теҙелгән.