Эйлестан
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 14:15
Республикала йәшәүселәрҙе «Terra – Gussia» ҡаҙ фестиваленә саҡыралар
30 ноябрҙә Федоровка ауылының Мәҙәниәт һарайы алдындағы үҙәк майҙанда «Terra – Gussia» ҡаҙ фестивале ойошторола. Заманса исем менән аталған фестивалдең нигеҙендә – халыҡ йолалары, «Ҡаҙ өмәһе» фольклор байрамы.
30 ноябрҙә Федоровка ауылының Мәҙәниәт һарайы алдындағы үҙәк майҙанда «Terra – Gussia» ҡаҙ фестивале ойошторола. Заманса исем менән аталған фестивалдең нигеҙендә – халыҡ йолалары, «Ҡаҙ өмәһе» фольклор байрамы.
Федоровка районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килгән һәр кемде бай программа көтә: ауыл биләмәләре менән таныштырыу, ойошмалар һәм халыҡ продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе, театрлаштырылған концерт программаһы, ҡаҙҙар ярышы, «Ҡаҙ өмәһе» йолаһын күрһәтеү, фотозона, ҡаҙ итенән бешерелгән ризыҡтарҙан ауыҙ итеү.
Шулай уҡ программала махсус конкурстар бар: «Ҡупшы ҡаҙ» – тере ҡаҙ өсөн иң матур кейем, ҡаҙ итенән, эсәгенән, тәпәй-башынан рецептар конкурсы, мендәрҙәр конкурсы – ҡаҙ йөнөнән эшләнгән мендәрҙең тыштарын үҙенсәлекле итеп биҙәү, ҡаҙ темаһына иң яҡшы балалар һүрәте һәм башҡалар.
Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр иғлан ителә һәм уларҙы бүләкләү тантанаһы була. Эштәр 453280, Федоровка ауылы, Ленин урамы, 50 адресына, шулай уҡ
[email protected]
электрон адресына ҡабул ителә.
Фестиваль иртәнге сәғәт 10-да башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1381237-zhiteley-bashkirii-priglashayut-na-gusinyy-festival-terra-gussia/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла