Сәләмәт йәшәү рәүеше район марафоны сиктәрендә Балаҡатай районында төрлө саралар уҙғарыла. 4 декабрҙә, мәҫәлән, скандинав йөрөшө буйынса беренсе фестиваль ойоштороласаҡ.
Программала: оҫталыҡ дәресе, мини-лекция, приздар отоу, уйындар, сәй эсеү һәм, әлбиттә, уҙышмаҡтан йөрөү! Сара сәғәт 11-ҙә башлана.
Был матур сараны башҡалар ҙа күтәреп алһа, бик шәп бит!