Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2019, 14:10

Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙа беренсе тапҡыр

25 – 29 ноябрҙә “Янғантау” геопаркында “ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәре” халыҡ-ара семинар-кәңәшмәһе үтәсәк.

25 – 29 ноябрҙә “Янғантау” геопаркында “ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәре” халыҡ-ара семинар-кәңәшмәһе үтәсәк.
“Янғантау” геопаркы ЮНЕСКО геопарктарын ойоштороу һәм үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу буйынса Рәсәйҙең беренсе геопаркы буласаҡ. Был семинар-кәңәшмәне Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм “Янғантау” геопаркы ойоштора.
Унда Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһынан, сит илдәрҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссияларының, БДБ-ның 21 иленең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең, Рәсәйҙәге 14 төбәктең, шулай уҡ республикабыҙҙың министрлыҡтарының, ведомстволарының, ғилми институттарының, геология, биология һәм тәбиғәтте һаҡлау ойошмаларының вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.
ЮНЕСКО-ның бөтә донъя милли геопарктары селтәрен булдырыу буйынса махсус программаһы 2002 йылдан эшләй. 2004 йылда иһә ЮНЕСКО ярҙамында Геопарктарҙың глобаль селтәре булдырылған. Әле уға 41 илдән 147 геопарк ҡарай.
Ошондай глобаль геопарктар программаһының төп маҡсаты – халыҡ-ара мөһим геологик объекттарҙы файҙаланыуға, уларҙың тәбиғәт, мәҙәниәт һәм кешелек тормошондағы башҡа мөһим аспекттарҙың туранан-тура бәйлелегенә нигеҙләнеп, биләмәнең тотороҡло иҡтисади үҫеше моделен булдырыу.
Семинар-кәңәшмә Башҡортостандағы “Янғантау”, “Торатау” геопарктарының эш тәжрибәһен иҫәпкә алып, донъя илдәренең һәм төбәктәренең тәбиғәт, геологик, биологик, тарихи-мәҙәни мираҫына, эске һәм тышҡы туризм, шулай уҡ киләсәктә Башҡортостан, илдә, тотош донъяла биләмәһендә геопарктарҙы булдырыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында ойошторола.
Әйткәндәй, быйыл 1 сентябрҙә Индонезияла ЮНЕСКО-ның “ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәре” программаһының халыҡ-ара советы ултырышында республикабыҙҙың “Янғантау” геопаркын ЮНЕСКО-ның Геопарктарҙың глобаль селтәренә индереү тураһындағы ҡарары бер тауыштан ҡабул ителгән.
“Янғантау” геопаркы үҙенә республика һәм федераль тәғәйенләнешле 20-нән ашыу геологик объектты берләштерә. Уларҙың Мәсетле, Оло Лука киҫелештәре, Янғантау тауы тигән өсәүһе хатта халыҡ-ара геологик юғары статусҡа эйә.
Башҡортостанда шулай уҡ республика кимәлендәге икенсе геопарк – “Торатау” геопаркын – ойоштороу һәм үҫтереү, ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәренә индереү буйынса әүҙем һәм ҙур эш алып барыла. Ошо йәһәттән “Торатау геопаркы” фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризмы үҙәге ойошторолған.
Шуныһы үҙенсәлекле: бындай көнүҙәк “Рәсәйҙең һәм донъяның геопарктары: торошо һәм перспективалар” халыҡ-ара семинар-кәңәшмә Рәсәйҙә, айырым алғанда Башҡортостанда, беренсе тапҡыр үткәрелә.
Читайте нас: