Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе боҙло ямғыр тураһында иҫкәртә. Атап әйткәндә, Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 22 ноябрҙә төбәктә урыны менән боҙло ямғыр, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.
«Тиҙлек режимын үтәгеҙ, автомобилдәр араһында араны арттырығыҙ, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр водителдәргә ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.