Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2019, 17:20

“Борон туйҙар гөрләп үткән…”

Стәрлетамаҡ районында “Борон туйҙар гөрләп үткән…” республика фестиваль-конкурсы уҙҙы. Сарала Дыуан районы мәҙәниәт йортоноң “Әйлеләр” (етәксеһе Р. Бишов) һәм Арый ауылы мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” коллективы (Ю. Йомағужина) ҡатнашты.

Стәрлетамаҡ районында “Борон туйҙар гөрләп үткән…” республика фестиваль-конкурсы уҙҙы. Сарала Дыуан районы мәҙәниәт йортоноң “Әйлеләр” (етәксеһе Р. Бишов) һәм Арый ауылы мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” коллективы (Ю. Йомағужина) ҡатнашты.
Фестиваль республика башлығының Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында ойошторолдо. Конкурстың маҡсаты – боронғо туй йолаларын тергеҙеү, мәҙәни традицияларҙы һаҡлау, йәштәрҙе республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ылыҡтырыу.
Һәр төбәктең үҙенә хас йолалары бар, туйҙар ҙа төрлөсә үтә. Фестивалдә ун биш ҡала һәм райондан килгән ижади коллективтар башҡорт, рус, татар, сыуаш, украин, мордва һәм марый халҡының боронғо туй йолаларын күрһәтте. Ҡыҙ һоратыу, никах, туй, һандыҡ һатыу, ҡалым биреү, килен төшөрөү һәм башҡалар. Килен менән кейәүҙең йәрәшеүенә бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр бик күп.
Сара сиктәрендә туй кухняһы йәрминкәһе эшләне. Ҡунаҡтар милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, төрлө халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты.
Фестиваль һөҙөмтәһендә “Әйлеләр” коллективы - ”Халыҡ традицияларын тергеҙгән өсөн”, “Әхирәттәр” ”Халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн” номинацияһында билдәләнде. Салауат районы мәҙәниәт йортоноң “Шәрҙәле” фольклор ансамле II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Гран-при Стәрлетамаҡ районының мордва халыҡ фольклор-этник ансамбленә бирелде.
Читайте нас: