Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2019, 12:15

Милли проекттың ғәмәлгә ашырылыуын федераль инспектор тикшерә

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин республика райондарында "Мәҙәниәт" милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышы менән танышты.

Ул Ҡыйғы һәм Салауат райондарында булды. Түбәнге Ҡыйғыла 150 кешегә иҫәпләнгән мәҙәниәт йорто төҙөлә. Объекттың хаҡы - 41 миллион һум.
Бина яңы социаль үҙәк булараҡ һалына. Әйткәндәй, бында Түбәнге Ҡыйғы халҡы ғына түгел, ә күрше ауылдарҙан да йөрөйәсәктәр. Төҙөлөш был йыл аҙағына тамамланырға тейеш.
Салауат районының Мөрсәлим ауылында ла ҙур мәҙәни үҙәк һалына. Ул 200 тамашасы һыйҙырасаҡ. Бинала китапхана, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр ҙә буласаҡ. Яҙ башында төҙөлә башлаған объектты ла ошо йыл һуңына сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.

Михаил Закомалдин был райондарҙа башҡа социаль мәсьәләләр менән дә ҡыҙыҡһынды.
Читайте нас: