Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2019, 17:20

Әсәләргә – миҙалдар

Өфөлә республиканың күп балалы әсәләрен “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 47 ҡатын-ҡыҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары А.Г. Назаровтың ҡулынан дәүләт наградаһын алды. Шул иҫәптән Дыуан ауылынан Н.Р. Гордеева һәм А.О. Фефелова.

Наталья Радмильевна Гордеева ире Алексей Петрович менән алты бала тәрбиәләй. Уларҙың ғаиләләрендә мөхәббәт һәм татыулыҡ хөкөм итә. Балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә, физик яҡтан үҫештереүгә ҙур иғтибар бүленә.Үҙ хужалыҡтары бар.
Өлкән улдары Антон – Рязань ҡалаһының Юғары һауа-десант командалыҡ училищеһы курсанты, Рәсәй ярыштары призеры, халыҡ-ара хәрби- ғәмәли олимпиада турниры еңеүсеһе. Ҡыҙҙары Оксана Дыуан мәктәбенең10-сы класс уҡыусыһы, пауэрлифтинг буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы. Ул әсәһенә һеңле-ҡустыларын ҡарауҙа ярҙамлаша: Феоктист 5-се класта уҡый, Мария, Георгий һәм Серафима мәктәпкәсә йәштә. Ғаилә ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар
Анастасия Олеговна Фефелова өсөн Дыуан – тыуған ауылы. Ул бында тыуған, үҫкән, ғаилә ҡорған. Биш бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙы Татьяна 3-сө класта уҡый, кескәй Александр һәм Вероника балалар баҡсаһына йөрөй, Евгения һәм Влада әлегә әсәһе менән өйҙә. Ғаилә үрнәкле, татыу. Үҙ хужалыҡтары бар. Анастасия Олеговна бала тәрбиәлүгә етди ҡарай. Ул – хәстәрлекле әсәй, ихлас күңелле ҡатын-ҡыҙ.
Читайте нас: