Быйыл көҙҙән банктар һәм микрофинанс ойошмалары кредитты яңы ҡағиҙәләр буйынса бирә башланы.
Шулай итеп, хәҙер кешенең килеме генә түгел, “бурыс йөкләмәһе күрһәткестәре” лә, йәғни бар кредиттар буйынса түләүҙәр өлөшө, өҫтәүенә ошо суммаға дәғүә итеүселәр ҙә иҫәпкә алына.
Бурыс йөкләмәһе ҙур булғандарға кредит бүленеүе ихтимал, әммә был мөмкинлек күпкә кәмей. Өҫтәүенә уларға аҡса ҙурыраҡ процентҡа биреләсәк.
Рәсәй Банкы республика бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, банктар Башҡортостан халҡына быйыл 258,6 миллиард һум аҡса биргән. Был, үткән йыл менән сағыштырғанда, 14 процентҡа күберәк. Тағы 463,8 миллиард һумы – үткән йылдағыларҙан ҡалған бурыс. Әммә шул уҡ ваҡытта белгестәр бурыслылар һанының кәмеүе хаҡында белдерә. Тимәк, күптәр кредитты уйлап ала.