Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 14:00

Балыҡ ҡайғыһы киткән...

Балыҡсыларҙың балыҡ ҡайғыһы китә, мышыларҙы бәләлә ҡалдырырға намыҫтары ҡушмай. Йоҡа боҙҙоң хәүефле икәне билдәле. Балыҡсыларҙың береһе ғәҙәти булмаған ҡотҡарыу операцияһының видеояҙмаһын социаль селтәрҙә урынлаштырған.

Шишмә районының Ҡалмаш ауылында балыҡсылар боҙҙан сыға алмай яфаланған ике мышыны ҡотҡарған. Ҡуш тояҡлылар боҙ өҫтөнә ни рәүешле килеп менгәндер, билдәһеҙ, әммә ярға сығырға хәлдәре етмәгән...
Улар йәрәхәтләнгән булған, бәлки, бүреләр менән осрашырға тура килгәндер. Бары ярҙамға саҡырып, хәлһеҙ генә йәл тауыш менән үкергәндәр.
Балыҡсыларҙың балыҡ ҡайғыһы китә, мышыларҙы бәләлә ҡалдырырға намыҫтары ҡушмай. Йоҡа боҙҙоң хәүефле икәне билдәле. Балыҡсыларҙың береһе ғәҙәти булмаған ҡотҡарыу операцияһының видеояҙмаһын социаль селтәрҙә урынлаштырған.
Афарин, егеттәр, балыҡ ҡасмаҫ, ә мышылар һеҙгә рәхмәт уҡый!
Читайте нас: