Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 18:15

Генерал Шайморатов ордены булдырыласаҡ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары легендар шәхес, генерал Шайморатов орденын булдырыу тураһындағы закон проектын ҡараясаҡ. Әле “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты әҙерләнгән, унда ошо тәҡдим дә индерелгән.

Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо айҡанлы “Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, “Башҡортостан ветераны” баҫмаһының баш мөхәррире Светлана Беллендир шундай тәҡдим менән сыҡҡан.

“Легендар генералдың иҫтәлегенә булдырыласаҡ Шайморатов ордены менән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, кеше ҡотҡарыуҙа батырлыҡ күрһәткәндәрҙе, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндәрҙе бүләкләү тәҡдим ителә”, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Читайте нас: