Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 16:40

Сирҙе бергәләп туҡтатайыҡ!

Рәсәйҙә 146 миллиондан ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 900 меңгә яҡыны ВИЧ менән зарарланған. Илдә һәр сәғәт һайын ун кеше сир йоҡтора.

1 декабрҙә СПИД ауырыуына ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Ошоға бәйле бөгөн “СПИДты бергәләп туҡтатайыҡ!” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды.
Рәсәйҙә 146 миллиондан ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 900 меңгә яҡыны ВИЧ менән зарарланған. Илдә һәр сәғәт һайын ун кеше сир йоҡтора. СПИДтың таралыуын бары бергәләп кенә туҡтатырға мөмкин. Йыл һайын 34 миллиондан ашыу кеше ВИЧҡа тест үтә.
Акцияға ярашлы, өс йүнәлеш буйынса саралар ойоштороласаҡ:”ВИЧ тураһында белем аҙнаһы”, “ВИЧҡа тест үтеү аҙнаһы”, ”ВИЧҡа ҡарата әүҙем саралар аҙнаһы”. Барығыҙҙы ла мөһим акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Читайте нас: