Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 16:35

Яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы сикләйҙәр

Республика хөкүмәте ғинуар байрамдарында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләргә ҡарар итте. 3 ғинуарҙа алкоголь бөтөнләй һатылмаясаҡ.

Республика хөкүмәте ғинуар байрамдарында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләргә ҡарар итте. 3 ғинуарҙа алкоголь бөтөнләй һатылмай, ә 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа уны иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатып алырға мөмкин.

Ҡоролтай закон проектын әҙерләгән дә инде. Ә бынан алда байрамдарҙа хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле барлыҡ проекттар ҙа ҡабул ителде.

Каникул көндәрендә эскелек проблемаһын Радий Хәбиров октябрҙә үк күтәреп сыҡҡайны: «Беҙҙә ун көн каникул. Күп кенә ғаиләләр иҫ-аҡылын юйғансы эсә башлар. 31 декабрҙә шешәгә йәбешерҙәр, ә ғинуарҙа беҙ уларҙы «йыйырбыҙ». Ошо ун көндә хәмер һатыу йәһәтенән аныҡ саралар күрергә әҙермен. Был сара популяр түгел, ләкин һабантуйҙарҙа, ҡайһы бер байрамдарҙа индергән тәжрибәбеҙ бының һөҙөмтәле булыуын күрһәтте», - тигәйне ул шул саҡта.
Читайте нас: