«Риа Новости»
хәбәр итеүенсә, бынан алда Томск өлкәһе губернаторы Сергей Жвачкин ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтенесе буйынса 31 декабрҙәге эш көнөн шәмбе, 28 декабргә күсерҙе. Төбәк башлығы бындай ҡарарҙы Яңы йыл байрамына әҙерләнеүҙең төп ауырлығы ҡатын-ҡыҙҙарға төшөүе менән аңлатты. Уны Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты етәксеһе Тамара Плетнева хупланы (КПРФ).